XXIII Сурдлимпия уйындарында Башҡортостан спортсылары 11 миҙал яуланы | Новости Башкортостана

XXIII Сурдлимпия уйындарында Башҡортостан спортсылары 11 миҙал яуланы

31.07.2017 в 16:20 \\ Спорт \\ 122
  • Первый рисунок

30 июлдә Самсун ҡалаһында (Төркиә) XXIII Сурдлимпия уйындары тамамланды. Ярыштар спорттың 21 төрө буйынса үтте (уларҙың 16-һы шәхси беренселек, 5-һе команда). Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 10 спортсы ҡатнашты: Карина Хәкимова, Рөстәм Әхмәтов, Заур Беданоков, Ринат Ҡадыров, Рөстәм Назметдинов, Михаил Сидоров, Лиана Тимашева, Юлиә Әбүбәкерова, Нелли Ерофеева һәм Денис Хәкимов. Улар бадминтонда, еңел атлетикала һәм дзюдола көс һынашты.

Быға тиклем Башҡортостан спортсыларының тәүге еңеүҙәре хаҡында мәғлүмәт еткерелгәйне. Спорт форумы аҙағында Башҡортостандан йәш спортсы Юлиә Әбүбәкерова ике алтын миҙал яуланы. 800 метрлыҡ арауыҡҡа йүгергәндә һәм 4х100 команда эстафетаһында ул финишҡа беренсе килде. Ә 400 метр дистанцияла Юлиә дүртенсе урынға сыҡты.

Барлығы Башҡортостан спортсылары иҫәбендә 11 миҙал: уларҙың дүртәүһе алтын, алтыһы – көмөш һәм бер бронза.

XXIII Сурдлимпия уйындарында Рәсәй дөйөм команда беренселегендә тәүге урын яуланы. Рәсәйлеләр ҡумтаһында 83 алтын, 51 көмөш һәм 61 бронза миҙал.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter