"Ыуылдырыҡ" операцияһының тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде | Новости Башкортостана

"Ыуылдырыҡ" операцияһының тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде

16.05.2016 в 23:54 \\ Общество \\ 465
  • Первый рисунок

Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм балыҡсылыҡ инспекторҙары 1 майҙан башлап республика һыу ятҡылыҡтарында 500-ҙән ашыу рейд уҙғарған. 250-гә яҡын ау, 133 башҡа төр тыйылған ҡулайлама, 600 тонна балыҡ тартып алынған. Законһыҙ балыҡ тотоуға бәйле 2 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙоусыларға 5 мең һумға тиклем штраф янай. Айырыуса ҙур күләмдә зыян өсөн был сумма 300 мең һумға етеүе мөмкин. Шулай уҡ ярты йылға иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Башҡортостанда "Ыуылдырыҡ" операцияһы 10 июнгә тиклем барасаҡ. Һыу ятҡылыҡтарында күпләп балыҡ тотоу 15 апрелдән тыйылды. 1 майҙан һәүәҫкәр балыҡсыларға ла сикләүҙәр ғәмәлгә инде. Фәҡәт ярҙан бер генә ҡармаҡ һалырға рөхсәт ителә.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Инфо
Система Orphus
Positive SSL
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter