Зифа һын - сәләмәтлек билдәһе

25.08.2016 в 23:12 \\ Здоровье \\ 409
  • Первый рисунок

Табиптар кешеләргә кәүҙәләрен тәртиптә тоторға кәңәш итә. Британия тикшеренеүселәре яһаған асыштан күренеүенсә, артыҡ һимеҙҙәргә яман шеш сире янай. Ундайҙар араһында ашҡаҙан, бауыр, үт ҡыуығы яман шеше менән ауырыусылар ябыҡтарға ҡарағанда күберәк теркәлгән. Әгәр кеше 10 йыл эсендә артыҡ ауырлығынан ҡотола алһа, сир хәүефе лә кәмей, тип аңлата табиптар. Әле ер йөҙөндә 660 миллион өлкән кеше һәм 110 миллион бала һимеҙлектән йонсой. Тән массаһы индексы буйынса, оҙонлоҡ менән ауырлыҡ пропорциональ булырға тейеш. Мәҫәлән буйы 1 метр 70 сантиметр булған кешегә ауырлыҡ нормаһы- 70 килограмм.

Читайте также:

    Похожие материалы

Комментарии
Добавить комментарий
avatar