Эскелектән дауалаумы? | Новости Башкортостана

Эскелектән дауалаумы?

13.04.2016 в 19:14 \\ Общество \\ 489
  • Первый рисунок

Башҡортостан прокуратураһы наркомандар һәм эскеселәр өсөн тәғәйенләнгән 50-нән ашыу реабилитация үҙәгенең эшмәкәрлеген тикшерҙе. Шуларҙың яртыһында тиерлек етешһеҙлектәр булыуы асыҡланды.

Ведомство вәкилдәре билдәләүенсә, байтаҡ учреждениелар райондарҙағы һәм ауылдарҙағы шәхси торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан, өҫтәүенә рөхсәт ҡағыҙҙары ла юҡ. Ошо рәүешле улар контроль-күҙәтеү органдарының иғтибарынан ситтә ҡалған. Ҡайһы бер үҙәктәрҙә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тупаҫ боҙолған, санитария-эпидемиология нормалары, һалымдар, шәхси мәғлүмәттәр тураһында ҡануниәт талаптары үтәлмәгән.
Тикшереү йомғаҡтары буйынса прокуратура тарафынан судҡа 11 ғариза бирелгән, 11 күрһәтмә сығарылған, 14 административ эш ҡуҙғатылған.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, наркоманиянан һәм эске­лектән дауалаған реабилитация үҙәктәре эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса эш төркөмө ағзалары ла Өфө янындағы Шмидтов, Булгаков һәм Зубов ауылдарында урынлашҡан ҡайһы бер социаль реабилитация үҙәктәрен ҡарап сыҡты. Рейдҡа төбәк парламентының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Николай Никитин етәкселек итте.
Депутаттар пациенттарҙың йәшәү шарттары, көнкүреше, туҡланыуы, реабилитация программалары менән танышты, норматив документтарҙы өйрәнде. Янғын хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бирелде. Үҙәктәрҙә шулай уҡ дауаланған кешеләр менән осрашыуҙар үтте, наркоманияға һәм эскелеккә ҡаршы саралар хаҡында фекер алышыу булды.
Эш төркөмө етәксеһе әйтеүен­сә, реабилитация үҙәктәрен тикшереү артабан да дауам итәсәк, мәсьәлә ведомстволар кимәлендә лә өйрәнеләсәк.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter