Өфөлә быйыл 30-лап урам ремонтлана | Новости Башкортостана

Өфөлә быйыл 30-лап урам ремонтлана

27.05.2017 в 09:06 \\ Авто \\ 610
  • Первый рисунок

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ильяс Мөниров баш ҡалала юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре барышы менән танышты. Урамдарҙы тәртипкә килтереү авариялар һанын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Насар юлдар арҡаһында транспорт ағымы көслө булған урындарҙа авариялар йышыраҡ теркәлә. Быйыл Өфөлә төрлө участкаларҙа 40 километр оҙонлоҡта юлдар ремонтлана. Беҙҙең республика “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” проектына индерелде. Уның буйынса 2025 йылға тиклем төбәккә юлдар ремонты өсөн йыл һайын 1 миллиард һум бүленеп бара. Башҡортостанда Өфө агломерацияһы тәртипкә килтерелә. Бында баш ҡала тирәләй урынлашҡан бер нисә район инә.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter