Өҙөлгән ынйы теҙмәһе - Боден фажиғәһенә 15 йыл тулды | Новости Башкортостана

Өҙөлгән ынйы теҙмәһе - Боден фажиғәһенә 15 йыл тулды

02.07.2017 в 13:19 \\ Общество \\ 726
  • Первый рисунок

Бөгөн «Башҡортостан һауа юлдары» самолеты пассажирҙарының Боден күле өҫтөндәге һауала һәләк булыуына 15 йыл. Матәм датаһына бәйле һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындары Германияға сәфәре ойошторолдо. Авиаһәләкәт булған Юберлингенда Башҡортостан һәм Баден-Вюртембергтың рәсми кешеләре, йәмәғәтселеге ҡатнашлығында хәтер саралары үтә. 2002 йылдың 1 июленән 2-һенә ҡарай төндә авиадиспетчерҙың хатаһы арҡаһында «Башҡортостан һауа юлдары»ның Мәскәү—Барселона маршруты буйынса осҡан Ту-154М һәм «Боинг-757» йөк самолеты бәрелешә. Ту-154М самолетында экипаждың 12 ағзаһы һәм Испанияға ял итергә юлланған 57 пассажир, шул иҫәптән 52 бала була, уларҙың күбеһе – Башҡортостан кешеләре. Юберлинген ҡалаһы янындағы авиаһәләкәт урынында "Өҙөлгән ынйы теҙмәһе" һәйкәле ҡуйылған. Һәләк булғандарҙың барыһы ла тиерлек, балалар һәм экипаж ағзалары, Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter