Рөстәм Хәмитов республика депутаттарын оптимист булырға саҡырҙы | Новости Башкортостана

Рөстәм Хәмитов республика депутаттарын оптимист булырға саҡырҙы

06.07.2017 в 20:54 \\ Общество \\ 470
  • Первый рисунок

Башҡортостанды үҫешкән һәм уңышлы төбәк булараҡ танытыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһап ошо турала белдерҙе. Башҡортостан көслө һәм ҡеүәтле төбәк, республикала байтаҡ йүнәлештәрҙә күрһәткестәр яҡшы, айырым тармаҡтар уңышлы эшләй. “Халыҡ араһында ла ыңғай күренештәргә иғтибарҙы күберәк йәлеп итергә, позитив ҡараш тәрбиәләргә кәрәк”, - тине Рөстәм Хәмитов.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова ла республикалағы ыңғай хәл-ваҡиғалар, күренештәр тураһында күберәк һөйләргә кәрәк, тине. “Йәшәйештең айырым өлкәләрендә етешһеҙлектәр бар, әлбиттә, әммә йәмғиәттә социаль оптимизмды тәрбиәләп кенә етди үҫешкә өлгәшеп буласаҡ”, - ти депутат.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө пленар ултырышы быйылғы яҙғы сессияла һуңғыһы булды. Депутаттар 50-гә яҡын закон проектын ҡараны. Умартасылыҡ, бюджетҡа һәм һайлауҙар кодексына үҙгәрештәр кеүек документтар беренсе уҡыуҙа тыңланылды. Айырым категория граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү, автомобилдәрҙе махсус туҡталҡаларға алып барыу, халыҡ мәшғүллеге тураһында закон проекттары икенсе-өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Фотографии
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter