Башҡортостанда илдәге тәүге геопарк өсөн урын һайлайҙар | Новости Башкортостана

Башҡортостанда илдәге тәүге геопарк өсөн урын һайлайҙар

07.06.2017 в 22:34 \\ Общество \\ 473
  • Первый рисунок

Үҙенсәлекле тәбиғәт биләмәһе Салауат йәки Бөрйән райондарында урынлашыуы ихтимал. Ошо турала Өфөлә үткән Халыҡ-ара экология форумында белдерҙеләр. ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәйҙәге комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе геопаркты Салауат районы Янғантау биләмәһендә күреү теләген әйтте. Бында уникаль тәбиғәт һәйкәлдәре, заказниктар урынлашҡан, шулай уҡ бөтә донъяға билдәле шифахана бар. Уның ҡарауы, геопарктар тураһында закон ил кимәлендә һаман да юҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитетында Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк закон проекты эшсе төркөм ултырышында ҡаралды. Норматив документ булмағас геопарктар төҙөү ҙә законһыҙ. "Шуға беҙ был өлкәләлә беренселәрҙән булып сығыш яһайбыҙ", - тине Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова.
Халыҡ-ара экология форумында шулай уҡ “Башҡорт Уралы” биорезерваты биләмәһен киңәйтеү мәсьәләһе ҡаралды. Ошондай юл менән бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалып буласаҡ.

Читайте также:
Комментарии
Добавить комментарий
avatar
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2017 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter